Ҡара түгел көҙҙәр... Гүзәл Ситдиҡова

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search



* * *



Ҡара көҙҙөң ҡараңғы ҡарыны,
Ҡыялатып яуа (ы)рашҡы,
Шыҡһыҙ кеүек донъя... Ҡаралтылар
Торғаны бер өрәк- ҡарасҡы.
Ниндәй йәме булһын - емерек юл,
Соҡор-саҡыр, бысраҡ күләүек,
Йәйәү барам. Килмәй таксийы ла,
Цивилизация гүйә юҡ.
Ҡала сите... Ауыл-ауыл инде,
Һуҡранышып батҡаҡ киселә.
Яҡшы хужа эт тә сығармайҙыр,
Эт ҡәҙере юҡ шул кешегә.
Күрмәмештән уҙа машиналар,
Сит илдеке - ай-һай күп байҙар!
Тик уларҙа кеше ҡайғыһы юҡ,
Кәрәккәндә генә туҡтайҙар.
Батҡаҡ кисәм - бала саҡтағылай,
Беҙ ҙә бит шул ауыл балаһы,
Юл булмағас, йөҙ саҡрымда кеүек
Ана ғына торған ҡалаһы
Күңелде лә болот баҫа бара,
Йән көйөгө юлы, таксийы,
Йөҙҙө семтеп яуған (ы)рашҡыһы,
Аяҡтарҙа мәте - тап суйын!
...Ҡабырғала ҡапыл шып туҡтаны
Шалтыр-шолтор иҫке машина:
- Апай, әйҙә, хәҙер илтеп ҡуям!
- Рәхмәт яуһын, егет, башыңа!
Болоттарҙан китте , әйтерһең дә,
Көлтә-көлтә нурҙар түгелеп
... Көҙҙәр нишләп ҡара булһын инде
Яҡтыртҡанда ерҙе игелек.


2014